Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2020, 06:00

Рәсәй Президенты вакциналауҙы масштаблы рәүештә башларға ҡушты

Илдең байтаҡ төбәгендә ошо көндәрҙә коронавирус йоҡтороусыларҙы дауалау өсөн медицина үҙәктәре асылды. Шул уңайҙан Владимир Путин видеоконференция үткәрҙе. Һәм иң тәүҙә кемдәргә вакцина яһаясаҡтарын белдерҙе.

Рәсәй Президенты масштаблы вакцинацияны табиптарҙан һәм уҡытыусыларҙан башларға кәрәклеген әйтте. Икенсе аҙнала уҡ яһарға тотонасаҡтар.
Әле беҙҙә ике миллион доза вакцина етештерелгән. Һүҙ «Спутник V» тураһында бара. Ул - коронавирусҡа ҡаршы прививканың иң тәүгеһе.
Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, әле табип һәм уҡытыусыларҙан башҡа тағы кемдәргә тәүгеләрҙән булып вакцина яһарға икәне асыҡлана. Йәғни хәүеф төркөмөндәгеләр иҫәпкә алына.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас