Президенттың тура линияһына Омск ҡалаһындағы хәрби частә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяғынан да яҙған Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев та ҡушылды. Нәбиев Владимир Путинға һөйләүенсә, әрмелә булған аяныслы ваҡиғаларҙан һуң, нисек кенә был сәйер яңғырамаһын, уның тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәргән.
– Ул мәлдә төшөнкөлөккә бирелергә, юғалып ҡалырға минең ваҡытым булманы. Үҙемде ҡулға алырға һәм яңы тормош башларға кәрәк ине. Госпиталдән ҡайтҡас та мине әрмегә оҙатҡан һөйгәнемә өйләндем, бөгөн ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Спорт менән шөғөлләнәм, парашют менән һикерәм, Инстаграмда үҙ блогым бар, унда 900 меңдән ашыу кеше яҙылған, – тип һөйләне Рөстәм Нәбиев.
Өфө егете Президентҡа Европалағы иң бейек нөктә – Эльбрус тауын яулауы тураһында һөйләне. Яҡташыбыҙ – донъя тарихында был бейеклеккә ҡулдарында ғына менгән иң беренсе кеше, тиҙҙән уның рекорды Рәсәйҙең Рекордтар китабына инәсәк. Рөстәм киләсәктә Гималайҙың иң бейек Чо-Ойю нөктәһен (8000 м.) яуларға теләүен белдерҙе. Президент Рөстәмдең ҡатыны Индира менән дә аралашты, тормош иптәшегеҙҙең бындай ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡаршы түгелһегеҙме, тип һораны. Индира ирен һәр ваҡыт хуплап тороуын, терәк-таяныс булыуын белдерҙе.
Владимир Путин үҙе Рөстәмдең бындай әүҙем дә, хәүефле лә тормош алып барыуы өсөн борсолоп, уны балалары хаҡына үтә ныҡ бейектән парашют менән һикермәүен һораны.
Нәбиев: «Экспедиция барышында командабыҙҙы кино төшөрөү төркөмө оҙатып барһа ине. Фәһемле фильм әҙерләп, барыһына ла ирешергә мөмкин булыуын федераль каналдарҙан күрһәтһәләр, бигерәк тә шәп булыр ине», – тине. Дәүләт Башлығы Рөстәм Нәбиевҡа кино төшөрөү төркөмөн ойошторорға вәғәҙә бирҙе һәм был федераль каналдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, тип белдерҙе.