РФ Хөкүмәте Премьер-министры ҡәтғи: “Вакциналауҙы ойоштороу һеҙҙең шәхси яуаплылығығыҙ. Кешегә прививка яһатыуы уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә булһын”, - тине ул кәңәшмә барышында ил төбәктәре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Хәҙер препараттарҙы субъекттарға тотҡарлыҡһыҙ ғына алып барырға, уларҙы һаҡлауҙы тәьмин итергә кәрәк.
Президент Владимир Путин кисә белдереүенсә, вакцинаны иң тәүҙә табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм уҡытыусыларға яһаясаҡтар. Был - ирекле һәм бушлай.
“Был этапты нисек яҡшы үтәбеҙ, шулай тиҙ ғәҙәти тормошҡа ҡайтасаҡбыҙ ҙа”, - тине Мишустин.