2012–2018 йылдарҙа эҙәрмәндәр отрядтары 120 мең кешенең һөйәге ҡалдыҡтарын тапҡан. Шуларҙың 6 меңенең шәхесен асыҡлаған. Афған һуғышында 417 совет һалдаты әсирлеккә эләккән һәм юғалған. 264 кешенең һуңғы яҙмышы билдәһеҙ. Чечня һуғышында хәрби бурысын үтәгәндә 336 офицер һәм һалдат тураһында әлегәсә бер ниндәй мәғлүмәттәр ҙә юҡ.