Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2020, 09:41

БР Төҙөлөш һәм архитектура министры билдәле булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы Рәмзил Күсәрбаев БР төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләнде.

Белешмә:
Рәмзил Наил улы Күсәрбаев 1977 йылдың 9 майында Туймазы районының Ғәфүр ауылында тыуған.
Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда “Ауыл төҙөүсеһе” бәләкәй предприятиеһында ташсы булып башлай.
Төрлө йылдарҙа “Октябрьскнефть” НГДУ-һында ташсы, мастер, инженер, “Нефтестроймонтаж”дың Октябрьский идаралығында директор, ошо уҡ йәмғиәттең Приют идаралығындағы Серафимовка төҙөлөш-монтаж цехында начальник урынбаҫары, Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары була.
2016 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе,
2020 йылда – республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
Һуңғы ай ярым ваҡыт эсендә БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын үтәне.Фото: Т.Аманов
Читайте нас