Билдәле һөжүмсе, 27 йыл ғүмерен яратҡан шөғөлөнә бағышлай. Союз заманында, Крутов – Ларионов – Макаров тройкаһында уйнап, үҙ уйындары менән донъялағы бар командаларҙы ла һайран итә ине улар. СССР йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы була. Шулай уҡ дүрт тапҡыр донъя беренселегендә лә алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Союз тарҡалғас, НХЛ-ға китеп, «Детройт Ред Уингз» клубы составында биш йыл эсендә өс тапҡыр Стэнли кубогын баш өҫтөндә күтәрә. Профессор ҡушаматын уға океан аръяғында, оҫта итеп уйнағаны өсөн тағалар. Яңыраҡ ул, Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһын етәкләп, улар менән Карьяла кубогында Европаның тәжрибәле ағаларын тар-мар итеп ҡайта. Хәҙер бына, быйыл Канадала булсаҡ үҫмерҙәр араһында донъя беренселегенә әҙерләнеп ята.