Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2020, 06:15

Ҡариҙелдәр ҡыуана...

Был яҡшы эшкә республика ҡаҙнаһынан 22 миллион һум аҡса бүленгән. Ҡыуанмаҫ ерҙән ҡыуанырһың.

Ошо көндәрҙә Ҡариҙел районы үҙәгендә капиталь ремонттан һуң күп функциялы ауыл клубы тантаналы асылды. Бында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин да ҡатнашты.
Республикала "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бирелә. Ҡариҙел ауылындағы яңыртылған клуб та ошо иҫәптә.
Мәҙәниәт усағының матди-техник базаһын яңыртыуға, ремонтҡа республика бюджетынан 22 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Клуб күҙҙең яуын алып тора, тиһәк һис тә шаштырыу булмаҫ. Бында 17 коллектив эшләйәсәк.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Читайте нас