Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2020, 09:06

19 генерал

Милли батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл эскизына конкурс иғлан ителгәйне. Кисә Өфөлә бәйгелә ҡатнашҡан 19 өлгөнөң ябыҡ күргәҙмәһе ойошторолдо.

«Торатау» Конгресс-холлында урынлашҡан күргәҙмәне Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзалары ҡараны һәм үҙ баһаһын бирҙе.
Һәйкәл проекттарын Башҡортостан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан оҫталар тәҡдим иткән. Әлегә конкурс аноним рәүештә үтә, йәғни, һәйкәл авторҙарының исемдәре аталмай. Эскиздар менән бергә махсус конвертта проекттың сметаһы ла тәҡдим ителгән. Киләһе аҙнала махсус комиссияның йомғаҡлау ултырышы үтә, унда 19 һәйкәл өлгөһөнөң береһен һайлап аласаҡтар. Эскиздарҙың күбеһендә батыр ҡылыс менән һынландырылған, ҡайһы бер баһалама ағзалары ошоға ҡарата фекерен белдерҙе. «Ҡулына нимә тотторорға белмәгәндәрме? Заманса скульптурала ҡылыс булыуын теләмәҫ инем. Бөгөн ул бит яугир ғына түгел, легенда, милли герой», – ти Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Риф Абдуллин.
«Проекттарҙың ҡайһы берҙәре эшләп еткерелмәгән. Күпселегенең аты килбәтһеҙ, батыр ҙур күренә, ә ат бәләкәйерәк», – тип билдәләй Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас