Иртән Шишмә районының Шишмә ауылында ВАЗ-2107 менән Renault Duster машиналары бәрелешә. ВАЗ-2107 машинаһының 82 йәшлек водителе һәләк булған. Ботарланған авто эсенән уны махсус техника ярҙамында ғына сығара алғандар.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында 7 йәшлек малай мәктәп автобусынан тапалған. Уның аяғы һынған.
Кисен Салауат ҡалаһында 33 йәшлек водитель "Renault Fluence" машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Аварияла водителдең дүрт йәшлек малайы ауыр йәрәхәтләнгән. Атай кеше медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартһа ла, уның эскән булыуы билдәле.
Ошо уҡ ваҡытта тиерлек Өфө районында, М-5 "Урал" федераль трассаһының 1487-се саҡрымында, Иглин районынан 45 йәшлек ир "Kia Ceed" машинаһында ҡаршы килгән "Volkswagen Polo"-ға бәрелгән. Шунан һуң ыңғай килгән "Лада Калина"ға, ҡаршы килеүсе "Toyota Camry"ға һуғылған. Һөҙөмтәлә "Volkswagen" водителе дауаханаға эләккән. Шулай уҡ "Kia"ның 12 йәшлек пассажирына ла, водителдең улына, медицина ярҙамы күрһәтелгән. "Kia Ceed" хужаһы водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Ул да медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан.
Тәүлек эсендә 2400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 22 иҫерек водитель тотолған.