Әлеге ваҡытта помещениены таҙалайҙар, медицина ҡорамалдары урынлаштырыла, шул уҡ ваҡытта коллектив туплана. 10 декабргә тиклем тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәктәр.
Андрей Назаров әйтеүенсә, республикалағы инфекция үҙәгенең проекты федераль кимәлдә иң яҡшыһы тип табылды. Ошо көндәрҙә Ульяновск өлкәһенән белгестәр киләсәк. Улар үҙҙәрендә шундай уҡ дауахана төҙөргә ниәтләнә. Ғөмүмән, бөгөнгәсә 15 төбәк беҙҙең проектты ҡулланып, мәкерле сирҙе дауалау буйынса госпиталь ҡороп ултыртҡан. Мәҫәлән, Силәбе районындағы дауахана төҙөлөшөндә Башҡортостан белгестәре ҡатнашҡан.