Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы «Социум» ойошмаһы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн өс тиҫтәнән ашыу берәмек техник реабилитация сараһы һатып алған. Ул иһә ҡултыҡ таяҡтары, протез-ортопедия изделиелары, кресло-коляскалар, ишетеү аппараттары, шәхси гигиена саралары, тонометрҙар, ингаляторҙар, рецикуляторҙар, түшәктә ятҡан кешеләр өсөн ҡорамалдар һәм башҡа махсус йыһаздар.
Ҡуртым пунктын «Социум» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге асҡан. Ойошма Мәсетле һәм Асҡын райондарындағы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә социаль хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнә. Уның директоры Флүр Дуҫмөхәмәтов әйтеүенсә, баш ҡаланан алыҫ райондарҙа техник реабилитация сараларына ҡытлыҡ күҙәтелә. Мәҫәлән, Мәсетле районында йәшәүселәр йыһаздар эҙләп Өфөгә, Екатеринбургҡа барырға йә туғандарынан, таныштарынан һорап торорға мәжбүр. Хәҙер республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәүсе граждандарҙың проблемаһы хәл ителде – заманса йыһаздарҙы Оло Ыҡтамаҡта алып торорға мөмкин буласаҡ.
Әгәр пунктта кәрәкле ҡорамал табылмаһа – заказ бирергә мөмкин, уны аҙна дауамында килтерәсәктәр. Техник реабилитация сараларын ҡуртымға биреү пункты иртәгә иртәнге 11 сәғәттә эшләй башлай. Адресы – Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.