Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, Ленинград блокадаһында булыусылар һәм хәрби йәрәхәт арҡаһында инвалид булып ҡалыусыларҙың ике пенсия алырға хоҡуғы бар. Шулай уҡ был исемлеккә федераль дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәр, космонавтар, осоусы-һынаусылар ҙа инә.
Элекке хәрбиҙәр, әгәр “гражданка”ла тейешле стажды тултырһа, хәрби пенсия ла, страховка пенсияһын да алырға мөмкин. Хәрби хеҙмәткә саҡырылып, хеҙмәт ваҡытында һәләк булғандарҙың ата- әсәләре һәм тол ҡалған ҡатындары ла ( әгәр улар икенсе никахҡа инмәгән булһа) ике пенсия ала. Бынан тыш, Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ғаиләне ҡараусы вафат булған осраҡта, пенсия, страховка пенсияһын йәки социаль пенсия алырға хоҡуҡлы.