Тулыраҡ әйткәндә, ҡоймаларҙың яртыһын шәхси секторҙа йәшәүселәр үҙҙәре алмаштырған йәки ремонтлаған, ҡалған саҡрымдар ведомство йәки муниципаль органдарға тура килә. Бында иң әүҙем - Красный Восход ауыл биләмәһе. 3,8 саҡрым ҡойманың өстән бер өлөшө кешеләрҙең йорт-кәртәһе тирәһенә ҡуйған, ҡалғаны зыярат, мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек урындарҙы ышыҡлай.
Быйыл район үҙәге Иглин ауылының иң ҙур проблемаһы - тротуарҙар юҡлығы йәнә ҡалҡып сыҡты. 2021 йылда хәрәкәт көслө булған Ленин урамында йәйәүлеләр өсөн тәүге биш саҡрым юл һалынасаҡ. Ул район юл фонды буйынса ике йылда эшләнәсәк. Подрядсы бордюр таштарын һалыуҙы һәм һуҡмаҡ ҡороуҙы яҙғыһын башлап, йәйгә тамамларға ниәтләй.
Районда аҙна һайын "Таҙа йома"ларҙа ойошма-предприятиеларҙа эшләүселәр беркетелгән урындарға сығып сүп-сар, ҡойолған япраҡ йыйыҙы, үлән сапты, мөмкинлек булғанда сәскәләр, ағас-ҡыуаҡтар ултыртты. Был эштән урындағы халыҡ, әүҙемдәр ситтә ҡалманы. Шуларҙың иҫәбендә Иглин мәктәптәре уҡыусыларының берәүһе, йәш эко-блогер Матвей Анискин үҙенең эше менән бар республикаға данлыҡлы булды.
Һәр йома күмәкләшеп эшләү һөҙөмтәһеҙ ҡалманы - Иглиндәге Бәләкәс йылғаһының йырҙаһы таҙартылған, бер нисә рөхсәтһеҙ сүплек юҡҡа сығарылған.
- Дөйөм алғанда Иглин районында Зауыҡлы биләмәләр йылы яҡшы үтте. Беҙ был ваҡыт арауығында ҡоймалар, тротуарҙар, газондар кеүек гел иғтибар бирелмәгән әйберҙәр менән булыштыҡ. Тап улар беҙҙең йәшәгән ерҙәргә матурлыҡ һәм тәрбиәле күренеш бирә, - тип белдерҙе Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко. – Миңә "Таҙа йома" идеяһы бик оҡшаны. Киләһе йылдарҙа ла һәр йома көндө тирә-яҡты тәртипкә килтерергә сығыуҙы дауам итербеҙ тием.