Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2020, 12:29

Быйыл Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәйәсәк?

Коронавирусҡа ҡарамаҫтан, Ҡыш бабай быйыл да бәләкәстәрҙе үҙенең йортонда ҡабул итәсәк.

Туризм буйынса Дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Ҡыш бабай Торатау шиханы янындағы экоотелдә йәшәйәсәк.
Бында көн дә бәләкәстәр өсөн асыҡ һауала күңел асыу программаһы, йола буйынса төрлө уйындар ойоштороу ниәтләштерелә.
“Торатау” геопаркы ҡунаҡтарын шулай уҡ түләүле программа ла көтә: өс ат ектерелгән арбала елдереү, снегоходтар, квадроциклдарҙа йөрөү һәм парапланда осоу.
Фото: Башинформ мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас