Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2020, 10:55

Әйләнә-тирәбеҙҙә тағы бер ҡурҡыныс сир бар бит...

Бөгөн был сиргә ҡаршы бөтә донъяла көрәшеү көнө билдәләнә. Уйлыға - уй...

1 декабрь - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө. Рәсәйҙә былтыр йыл башына ҡарата ВИЧ менән зарарланыусы 1 326 239 кеше булған. Шуларҙың 1 007 369-ы тере. Сирләүселәр һаны арта бара.
1987 йылдан (күҙәтеү башланғандан) алып Башҡортостанда 35,5 мең кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Быйыл сентябрҙә уларҙың һаны 24,4 мең булған.
Үлем осрағы ла арта. Бындай ҡурҡыныс сирҙән имен ҡалыусылар нисек күп булһын инде?! Нимәһе хәүефле: ирҙәр күберәк үлә. Тимәк, улар күберәк ауырыймылыр...
Һәр хәлдә СПИД, ВИЧ инфекцияларын туҡтатыу өсөн тырышалар. Тик бында ла кешегә үҙенең һаҡ булыуы талап ителә. Белегеҙ: һөҙөмтәле дауа юҡ...
Фото: vk.com
Читайте нас