Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2020, 12:00

Ял булырмы, юҡмы?

Беҙҙә бәхәс ҡорорға, нимәнелер фаразларға яраталар. Әле быйылғы 31 декабрь тураһында һүҙ дауам итә. Киләһе йылдан уның ял көнөнә әйләнәсәген беләбеҙ. Ә быйыл нишләргә?

РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Айыҡ Рәсәй" ойошмаһы башлығы Солтан Хамзаев белдереүенсә, ил халҡының 85 проценты 31-ен ял итергә теләй. Йәғни быйылдан уҡ был көн ял булһын, тиҙәр.
Хамзаев та төбәктәр башлыҡтарын, халыҡ теләгәнсә эшләйек, тип өндәй. Байтаҡ төбәк былтыр уҡ 31 декабрҙе ял итеп билдәләүҙе хуплаған.
Кеше байрамға әҙерләнергә тейеш, рәсми ял көнө байрам кәйефе өҫтәй, бәхетле итә, ти Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
Юҡ, тигәс, юҡ. Был башланғысты Хөкүмәт хупламаған. 2021 йылдың 31 декабрендә, рәхим итеп, ял һеҙгә, ә быйыл эшләргә! Хәйер, кем нисек теләй шулай була ул...
Фото: ТАСС.
Читайте нас