Атап әйткәндә, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Азат Бадранов ата-әсәһе, өләсәһе исеменә район гәзитен һәм бер нисә республика журналын яҙҙыртҡан. Бынан тыш, Азат Шамил улының ярҙамы менән Архангель районының барлыҡ балалар баҡсаларын “Аҡбуҙат”ты, Архангель, Абҙан, Оҙондар, Тәүәкәс ауылдары мәктәптәре «Шоңкар», «Ватандаш», «Ағиҙел» һәм «Бельские просторы» журналдарын алдырасаҡ.
“... Шуның менән “Подписка бүләк ит” бәләкәй акцияһы барлыҡҡа килде. Мин гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса флешмоб таралыуын теләйем, шуға күрә лә эстафетаны Ленара Ивановаға, Урал Килсенбаевҡа, Рөстәм Әхмәҙинуровҡа, Эльвира Айытҡоловаға һәм башҡаларға тапшырам! Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылығыҙ, гәзит-журналдар уҡығыҙ, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға алдыртығыҙ!”, - тип яҙған Азат Шамил улы.
Азат Бадранов башлаған флешмобҡа “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров та ҡушылды. Ул Мәләүез районының үҙе белем алған Аптраҡ ауылы мәктәбенә һәм тыуған ауылы Хәсәндән балалар йөрөп уҡыған Һарыш мәктәбенә ”Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Республика Башкортостан” гәзиттәрен, “Ағиҙел”, “Бельские просторы”, “Шоңҡар” журналдарын, яҙҙыртҡан.
“... Сиратта – туғандарымдың балалары, улар «Аманат» һәм «Аҡбуҙат»ты һайланы, атай-әсәйем «Көнгәк» район гәзитен алдырасаҡ. Эстафетаны дуҫтарым Илшат Тажетдиновҡа, Максим Забелинға, Элвин Грейға, Рөстәм Зарафетдиновҡа, Азамат Салиховҡа тапшырам. Әйҙәгеҙ туған-тыумасаға беҙҙең гәзит-журналдарға яҙылыуҙы бүләк итәйек. 3 декабрҙән матбуғатҡа льготалы яҙылыу башлана, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” ваҡытлы матбуғат уҡыусылар өсөн күп кенә ҡиммәтле бүләк әҙерләгән. Rbsmi.ru һәм podpiska.pochta.ru. сайттарында яҙылырға мөмкин. Акцияла нисек ҡатнашырға?
http://www.rbsmi.ru сайтына үтеп «Подписка» https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә үҙегеҙҙең яратҡан гәзит-журналды табырға.
Кәм тигәндә ике баҫмаға 2021 йылдың тәүге ярты йылына йәки тулыһынса йылға яҙылырға кәрәк. Ярышта "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң матбуғат баҫмалары ғына ҡатнаша ала.
2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем акцияла ҡатнашыу өсөн ғаризаны (квитанция копияһы, ФИО, бәйләнеш өсөн телефон) ошо адресҡа ебәрегеҙ (яңылышмаҫ өсөн русса бирәбеҙ): г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, Издательский дом «Республика Башкортостан», с пометкой «Подпишись и выиграй». Сканлап йәки фотоға төшөрөп podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына ла һалырға мөмкин.
Приздарҙы уйнатыу 2021 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалының "Сәләм" тапшырыуында тура эфирҙа уҙасаҡ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!”, - тип белдерҙе Фәнүр Мөхәррәм улы.Фото: Т.Аманов