Һаҡсы, өфөләр составында 2005 йылдан алып уйнай башлай. Улар составында 2008 йылда Рәсәй чемпионы исемен яулай. Унан һуң «Торос», һуңынан Чехия чемпионатына ла барып сыға. Унда оҙаҡ тормай Рәсәйгә ҡайтып, «Торпедо» менән килешеү төҙөй. Үҙ карьераһында «Автомобилист», «Амур» һәм «Себер» клубтарында ла сығыш яһай. 2016 йылда КХЛ-дың «йондоҙҙар» бәйгеһендә лә үҙен күрһәтә.