Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2020, 15:54

Коронавирус менән сирлеләр ҡайһы район-ҡалаларҙа күберәк?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткән тәүлек һөҙөмтәләре буйынса статистикаһын яңыртты.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте хәбәр итте. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса лидер булып ҡала. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа коронавирус менән сирлеләр 5292 кеше.
Икенсе урында Туймазы районы. Бында барлығы 919 сирле теркәлгән. Артабан сирлеләр һаны буйынса Бәләбәй районы (787). Иң аҙ сирлеләр Межгорьела – оҙайлы ваҡыт эсендә бында сирлеләр һаны өс кешенән артмай.
Һуңғы тәүлек эсендә республикала 142 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны 14406 кешегә етте.
Фото: pixabay.com
Читайте нас