Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2020, 10:19

Коронавирус менән сирләүселәр һаны рекордлы һанға артты

Һуңғы тәүлектә сирҙән тағы бер кеше донъя менән хушлашҡан. Тулыраҡ:

Башҡортостан башлығы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 142 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 14 406 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта республикала барлығы 2314 кеше коронавирус менән сирләй. Бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 542 кеше дауалана. Ҡалғандар амбулатор шарттарында күҙәтелә.
35 кеше ауыр хәлдә, 14 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Һуңғы тәүлектә тажзәхмәттән бер кеше донъя ҡуйған. Шулай итеп, коронавирустың республикалағы ҡорбандары һаны 83-кә етте.
Сир тарала башлағандан алып 12 009 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 87 кеше – һуңғы тәүлектә.
Фото: pixabay.com
Читайте нас