Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2020, 15:48

67 йәшлек ҡатын ҡыҙы менән йәшәгән ирҙе бысаҡ менән үлтергән

Был хәл Стәрлетамаҡ районында 29 ноябрҙә була.

Был хәл Стәрлетамаҡ районында 29 ноябрҙә була.
Стәрлетамаҡ районында 67 йәшлек пенсионер ҡатын ҡыҙы менән йәшәүсе ирҙе үлтергән, тип хәбәр итә республиканың Тәфтиш комитеты.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 29 ноябрҙә көндөҙ ир пенсионер ҡатын менән йортта бергә ҡалған. Ҡайһылыр ваҡытта улар араһында янъял ҡуба һәм ҡатын бысаҡ менән ирҙең эсенә һәм арҡаһына сәнскеләй. Бынан һуң ул ирҙең кәүҙәһен карауатта ҡалдыра, ҡыҙын эштән көтөп ала һәм ҡайтып китә. Ҡыҙы ирҙең кәүҙәһен төндә генә күреп ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Тәртип һаҡсылары енәйәтсене ҡулға алған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: БР-ның Тәфтиш комитеты
Читайте нас