Октябрьский ҡалаһынан 29 йәшлек ир "Форд Фокус" машинаһында Баҡалы ауылы яғынан килешләй ҡаршы килгән ВАЗ-2112 машинаһына барып бәрелә (водителе 19 йәшлек егет). Шунан һуң "Фокус" ыңғай барған "Шкода Октавия"ға һуғыла. "Шкода" үҙ сиратында ыңғай килеүсе "Калина"ны бәрә. Ә был мәлдә "Форд" икенсе "Лада Калина"ны һәм "Рено Логан"ды төкөй. Аварияла ВАЗ-2112 автоһының водителе менән пассажиры (йәш ҡыҙ), "Фокус"тың оло йәштәге пассажиры йәрәхәтләнә.