Ишембайҙа 50 йәшлек ир янғын ҡорбаны булған. Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр. Фажиғәле хәл кисә, 29 ноябрҙә теркәлгән.
Билдәле булыуынса, ирҙең мәйетен янғын урынын тикшергән ваҡытта табалар. Ҡотҡарыусыларҙың фекере буйынса, янғын түшәктә тәмәке тартыу сәбәпле башланған. Тикшереүселәр һәләк булыусы тәмәкеһен һүндермәй йоҡлап киткән, тип иҫәпләй.
Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, йыл башынан бөгөнгө көнгәсә 10,5 меңдән ашыу янғын теркәлгән, уларҙа 222 кеше һәләк булған.