Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2020, 15:15

Ни өсөн Башҡортостанда етемдәрҙе балалар йортонан алырға теләмәйҙәр?

Вице-премьер Ленара Иванованың һүҙҙәре буйынса, бының өс сәбәбе бар.

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә барышында вице-премьер һәм Халыҡты социаль яҡлау министрлығы башлығы Ленара Иванова етемдәр ни өсөн ғаиләләргә тәрбиәгә эләкмәүенең иң төп сәбәптәрен атаны. Улар өсәү.
Министрҙың һүҙҙәре буйынса, республика мәғлүмәттәр банкына индерелгән бер меңдән ашыу баланың 53 проценты 14 йәштән ҙурыраҡ, 40 процентының бер туғандары бар, 34% - инвалид. Тап ошо сәбәптәр арҡаһында ғаиләләр уларҙың кандидатураларын ҡарауҙан баш тарта икән.
Линара Иванова билдәләүенсә, 2012 йылдан алып республикала бала алған ғаиләгә маткапитал күләмендәге түләү күсерелә. Ошо программа эшләй башлағандан һуң балалар йортонан етемдәрҙе алырға теләүселәрҙең һаны ун тапҡыр артҡан.
1 октябргә ҡарата мәғлүмәт буйынса, Башҡортостанда барлығы 12144 етем бала бар, уларҙың 11080-не ғаиләләрҙә йәшәй.
Фото: pixabay.com
Читайте нас