Овертаймдың өсөнсө минутында Хартикайнен менән Маннинендың биргән пасын Гранлунд оҫта файҙаланды. КХЛ чемпионатының бомбардиры, Хартикайнен бишенсе осрашыу рәттән мәрәй йыйып, лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө.
Щулай итеп юлаевсылар 43 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһында өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.
Киләһе осрашыуын улар Финляндияла урындағы «Йокерит» уйынсылары менән уҙғарасаҡ. «Йокерит» иһә, әлеге 30 мәрәй менән Көнбайышта һигеҙенсе урынды биләй.