Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2020, 08:15

Электромобиль алып ҡуйырға кәрәк...

Сөнки ошо транспорт хужаларына һалым ташламаһы булдырыла.

Йәғни, электромобиль эйәләре транспорт һалымын түләмәүе ихтимал.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары шул туралағы закон проектын ҡабул итте. Һалымды өс йыл түләмәҫкә мөмкин. Льгота ойошмаларға ла, ябай кешеләргә лә ҡағыла. Тик электромобиль икәүҙән дә артыҡ булырға тейеш түгел. Унда ла һалымды береһенә генә түләмәйәсәкһегеҙ.
Парламенттан белдереүҙәренсә, тик электр двигателдәре хаҡында һүҙ бара. Гибрид двигателгә һалым ташламаһы ҡағылмай.
Беләһегеҙ, электромобиль - экологик транспорт. Беҙҙә әлегә улар әҙ. Һалым ташламаһы күбәйһен өсөн бирелә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас