Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноября 2020, 19:53

«Беҙгә ҡаршы һуғыш башланылар»

Пандемия ҡасан бөтөр? Мәкерле сирҙән нисек һаҡланырға? Ерҙә йәшәүсе һәр кемгә сирҙе үткәрергә тура килерме? Табиптар өсөн ниндәй ауырлыҡтар килеп тыуған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Өфөнөң 2-се һанлы тиҙ ярҙам дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлеге мөдире Рөстәм Ғәбиҙуллин яуап бирҙе.

— Рөстәм Рәжәп улы, пандемияға тиклем һеҙ кемдәргә ярҙам күрһәтә инегеҙ? Әлеге ваҡытта кемдәрҙе ҡотҡараһығыҙ?
— Донъялар тыныс торған ваҡытта реанимация һәм интенсив терапия бүлегендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән пациенттар дауаланды, шулай уҡ гангрена башланыу ҡурҡынысы янаған сирлеләр һалына ине. Бүлектә барыһы 12 койка-урын ҡаралған, 50-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй.
Коронавирус һәр кем өсөн хәүефле. Әлбиттә, иң тәүҙә хәүеф төркөмөнә шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, тын алыу системаһы һәм бауыр сирҙәре менән яфаланыусыларҙы индерәбеҙ. Әммә улар араһында эшкә һәләтле 20-30 йәшлек йәштәр ҙә, 16 йәшлек үҫмерҙәр ҙә бар. Төрлө йәштәге пациенттар дауалана – ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа, артыҡ айырма юҡ. Беҙгә уртаса һәм ауыр сирлеләрҙе килтерәләр, күбеһенең үпкәһе 80-дән алып 100 процентҡа тиклем зарарланған була.
— Пандемия башланыу менән медицина өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр булды?
— Беҙҙең дауахана 2009 йылда сусҡа киҙеүе эпидемияһында ҙур тәжрибә йыйғайны. Шул саҡта вируслы пневмония менән ауырыуҙар күп булды, беҙ беренселәрҙән булып уларҙы ҡотҡарыуға ҙур өлөш индерҙек. Ә коронавирус пандемияһы башланғас, февраль-март айҙарында уҡ был тулҡын беҙгә килеп етерен көттөк. Һәм был ауырыу килеп етте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡайҙа ла китмәҫ тә. Беҙ быға әҙер инек. Яҙын дауахана етәкселеге өҫтәлмә көстәр менән тәьмин итте: табиптар һаны арттырылды, яңы ҡорамалдар, ИВЛ-дар алынды. Шулай уҡ койка-урындарҙы 30-ға тиклем еткерҙеләр, кәрәк осраҡта тағы ла 20 реанимация койкаһы булдырыласаҡ.

— Пандемия ҡыҙған осорҙа алғы һыҙыҡтан сигенеүселәр, йәғни, эштән китеүсе табиптар һаны артманымы?
— Коронавирус эпидемияһы башланыуын бик етди ҡабул иттек, әйтерһең дә, беҙгә ҡаршы һуғыш башланылар. Шуға күрә хис-тойғолар, теләктәр һәм шәхси ҡыҙыҡһыныуҙар икенсе планға күсте. Тәүге урынға эште ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, ҡурҡыу ҙа булды, әммә эшләй башлаһаҡ, уның хаҡында онота торғайныҡ. «Ҡыҙыл зона»ға ингәндә хатта үҙең хаҡында ла түгел, тик пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу тураһында уйлай башлайһың. Кадрҙарға килгәндә, запас бар, сөнки бер туҡтауһыҙ эшләүе ауыр. Эшләргә теләүселәр һаны ла етәрлек, аҡса өсөн генә, тип тә әйтмәҫ инем, иң төп сәбәп – кешеләргә ярҙам күрһәтеү.
— Һеҙ һәр ваҡыт хәүеф зонаһында, яҡындарығыҙҙы был ауырыуҙан һаҡлап ҡала алдығыҙмы?
— Бәхеткә ҡаршы, минең ғаиләм, ҡатыным, ҡыҙым һәм мин, коронавирус менән ауырыманыҡ. Ҡатыным – минең хеҙмәттәшем, шулай уҡ табип булып эшләй, әммә COVID-госпиталдә түгел. Атай-әсәйем дә табиптар, уларға 80 йәш. Март айында уҡ һөйләшеп ҡуйғайныҡ, улар менән бөтөнләй күрешмәйбеҙ, тик дистанцион рәүештә генә.
— Пандемия осоронда нисек сирҙе йоҡтормаҫҡа мөмкин?
— Иң мөһиме – үҙеңде һаҡлау өсөн шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтергә һәм йәмәғәт урындарына һәм кеше күп йыйылған урындарға бармаҫҡа кәрәк. Ҡулдарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ, уларҙы һабын менән йыш йыуығыҙ йәки дезинфекциялау сараһын ҡулланығыҙ. Йыуылмаған ҡул менән ауыҙығыҙға, танауығыҙға, күҙҙәрегеҙгә ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ (ғәҙәттә беҙ быны үҙебеҙ ҙә һиҙмәй, сәғәтенә уртаса 15-әр тапҡыр эшләйбеҙ). Эш урындарында ҡулығыҙ тейгән урындарҙы һәм йыһаздарҙы (компьютер клавиатураһы, оргтехника панелдәре, смартфон экраны, пульттар, ишек тотҡалары һәм таянғыстар) даими таҙартығыҙ. Үҙегеҙ менән бер тапҡыр ҡулланыла торған салфеткалар йөрөтөгөҙ һәм йүткергәндә, сөскөргәндә һәр ваҡыт ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы ҡаплағыҙ. Башҡа кешеләр менән бер һауыттан сәтләүек, чипсы, печенье һәм башҡа снектарҙы ашамағыҙ. Балаларға микробтың нисек таралыуын, ҡул һәм битте таҙа тотоуҙың ни өсөн мөһим булыуын аңлатығыҙ. Биналарҙы йыш елләтегеҙ. Әгәр үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, өйҙән сыҡмағыҙ һәм табип саҡыртығыҙ.

— Әлеге осорҙа һеҙҙең профессиональ эшмәкәрлегегеҙҙә ниндәй ауырлыҡтар бар? Бәлки, һаҡланыу костюмында эшләү, йәки үлемгә дусар булған пациенттар.
— Һаҡланыу сараларына тиҙ өйрәнәһең. Эйе, тәүҙә ауыр булды, әммә ике-өс тапҡыр кейенгәндән һуң, быны автоматик рәүештә эшләй башлайһың. Яҙын һәм йәйен хәл-торош еңелерәк ине, ә хәҙер ауыр сирлеләр һаны артты, йәштәр күпләп ауырый башланы. Аяныслы осраҡтар бик күп, ауыр сирлеләр беҙҙең реанимацияға һалына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре һәләк була. Әйтәйек, пациент менән һөйләшеп ултыраһың, ә 5-10 минуттан уның тере булмауы ихтимал. Кешенең ғүмерен секунд-минуттар хәл итә. Хатта тулыһынса һауығып сыҡҡан пациенттарҙың ҡапыл кире ауырып китеүе ғәжәп түгел. Шундай осраҡтар йышая башланы. Коронавирус ике йөҙлө, йыш ҡына үҙгәреп тора. Беҙ Мәскәү, Санкт-Петербург табиптары менән бәйләнештә торабыҙ, улар төрлө яҡлап ярҙам итә.


— Һеҙгә бит көн һайын үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә...
— Мәрхүм булған барлыҡ пациенттарымды ла хәтерләйем. Йөҙҙәре, исемдәре күҙ алдымдан китмәй. 20 йыл эшләп тә быға өйрәнә алмайым. Һәр ваҡыт шок хәлендә ҡалам. Коронавирус һәләк иткән тәүге пациентымды иҫләйем. Беҙ уның менән аҙаҡҡаса көрәштек: ул минең күңелемде күтәрергә тырышты, мин уныҡын. Әйтерһең, беҙ бер һалда йөҙөп барҙыҡ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул вафат булды, ә мин эшләүемде дауам итәм. Уға 62 йәш ине...
— Мәкерле сир һәр кемгә ҡағыласаҡ, иртәме-һуңмы барыһы ла ауырыуҙы үткәрер, тиҙәр. Һеҙ был фекер менән килешәһегеҙме?
— Иң тәүҙә шундай фекерҙе Швеция һәм Норвегия белгестәре еткергәйне. Һәр кем сирҙе үткәргәс, барыһы ла яҡшы булыр, тигәйнеләр. Әгәр аяныслы осраҡтарҙы һанап ҡараһаҡ, ҡот осҡос һандар килеп сыға. Минеңсә, кешелек быға әҙер түгел. Шуға күрә берҙән-бер ҡотолоу юлы – сирҙе еңеү, нимә генә тип әйтмәһендәр, вакцинация иң отошло алым. Әгәр халыҡтың 50 процентын вакцинациялаһалар, пандемиянан ҡурҡмаҫҡа мөмкин булыр ине.


— Вакцинация тураһында имем-мимештәргә ни әйтерһегеҙ: тәүгеһе – вакцинация ярҙамында һау кешеләрҙе зарарларға теләйҙәр, икенсеһе – коронавирусҡа юғары үҙгәреүсәнлек хас, ул һәр ваҡыт мутация кисерә, был осраҡта вакцинаны нисек булдырырҙар?
— Вирустың үҙгәреүсәнлегенә килгәндә, уны киҙеү менән сағыштырырға мөмкин. Мин дә ҡасандыр вакцинацияға ҡаршы инем. Беҙҙә вирус пневмонияһы менән көрәшеү тәжрибәһе ҙур, киҙеүгә ҡаршы вакцина алған пациенттарҙың барыһы ла һауығып сыҡты, тиергә мөмкин. 10-15 үлем осрағы бар икән, ул пациенттарҙың барыһының да прививка яһатмауы билдәле. Һәм киҙеү ҙә шулай уҡ үҙгәреүсән бит.
Ковидҡа килгәндә, барыһын да тыныс һәм айыҡ аң менән баһаларға кәрәк. Алдан ҡайһы бер анализдарҙы тапшырып ҡарарға, шәкәр диабетын, ҡан баҫымын яҡшыртырға кәрәктер. Әгәр пациенттың ауыр хроник сирҙәре бар һәм ул вирус пневмонияһын, коронавирусты йоҡторған икән, был осраҡта вакцина ғына ҡотҡара ала, тип ышанырға кәрәкмәй, әлбиттә. Шулай уҡ ҡанда вирусҡа ҡаршы матдәләр бар икән, прививка яһатмаҫҡа мөмкин. Тәүге мифҡа килгәндә, ул бөтөнләй дөрөҫ түгел. Беҙ асыҡ йәмғиәттә йәшәйбеҙ һәм барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, вакцина нигеҙендә күп йыллыҡ тәжрибә ята. Бер фармацевтик ойошма ла кеше ғүмеренә хәүефле препарат булдырмаясаҡ. Прививкаға вирус үҙе түгел, ә уның ҡайһы бер өлөштәре генә алына, вакцина тәьҫире арҡаһында иммунитет яуабы барлыҡҡа килә. Шуға күрә ҡурҡырға кәрәкмәй. Әлбиттә, организм бер аҙ реакция бирергә мөмкин, мәҫәлән, тән температураһы күтәрелеүе, хәлһеҙлек булыуы ихтимал. Был осраҡта прививка ярҙам итте, тип аңларға кәрәк.

— Бөгөн һеҙҙең дауаханала операциялар үткәреләме? Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирлеләргә нисек ярҙам күрһәтәһегеҙ?

— Беҙҙә ике корпус бар. Береһендә – «ҡыҙыл зона», икенсеһендә ҡан тамырҙары үҙәге. Унда инфаркт һәм инсульт кисергән, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусы пациенттарға ярҙам итәбеҙ. Икәүһендә лә реанимация бүлеге эшләй, операциялар йыш яһап торабыҙ.
— Ә һеҙ «таҙа зона»ға күсергә теләр инегеҙме?
— Һуғыш бөтһә – ҡайтырмын.
Фото: «Башинформ».
Читайте нас