Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2020, 10:35

Афарин, Баймаҡ ҡыҙы!

#Йәшлек

20-27 ноябрҙә Мәскәү өлкәһенең Королев ҡалаһында бокс буйынса «Рәсәйҙең олимпия өмөттәре» тип исемләнгән турнир үтте. Башҡортостан данын Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 57 килограмм категорияһында Нурмөхәмәтова Регина алтын миҙалға лайыҡ булды.
Үткән йылда Баймаҡ ҡыҙы был ярышта 3-сө урынға лайыҡ булған, республика һәм Волга буйы федераль округы беренселектәрендә еңеү яулаған.
Еңеүең менән, афарин, Регина!
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас