Зөлфиә Ханнанованың был китабына ингән шиғырҙары урыҫ теленә тәржемәләре менән бирелгән. Шағирәнең һәр һүҙендә халыҡ яҙмышы, уның үткәне һәм яҡты киләсәге сағыла, әҫәрҙәре яҡты һағыш, рух сафлығы, тәрән хис-тойғолар, тасуири биҙәктәр менән һуғарылған.