Был датанан тыш уҡыусылар яҙма эште өҫтәлмә көндәрҙә - 21 апрелдә һәм 5 майҙа тапшыра аласаҡ. Ғәҙәттә был ваҡытта иншаларын насар яҙыусылар йәки уны төп ваҡытында теге йәки был сәбәп менән бөтөнләй яҙмағандар үҙ белемдәрен һынай торған.
11 класс сығарылыш уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын уңышлы яҙған осраҡта был уларға дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына рөхсәт бирә.
Һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға йомғаҡлау иншаһы урынына изложение яҙыу хоҡуғы бирелә.