Табиптың һүҙҙәренсә, пневмония – үпкә туҡымаһының киҫкен сире. «Йәғни, вирус йә бактерия үпкә туҡымаһын зарарлай һәм һауа тулған альвеолалар киңлеген шеш шыйыҡлығы менән тултыра. Беҙ, бының нимә икәнлеген беләбеҙ: пациентҡа вирусҡа ҡаршы препараттар (әгәр ул йоғошло пневмония булһа) йәки анбиотик (бактериаль пневмония булһа) бирәбеҙ. Үпкә туҡымаһындағы вирус йә бактерия юҡ ителһә, кеше һауыға», — ти Рөстәм Ғәбиҙуллин.
Коронавирусҡа килгәндә, бында хәл ҡатмарлыраҡ. «Тажлы зәхмәт тын алыу юлдарына эләкһә, үпкә туҡымаһын ғына түгел, тотош организмды зарарлай башлай. Был сир шул тиклем мәкерле һәм ҡурҡыныс. Уның һөҙөмтәһендә беҙҙең организмды һаҡларға тейешле иммунитет системаһы көсөргәнешле рәүештә эшләргә тотона һәм вирус менән генә көрәшмәй, ә барлыҡ ағзаларға ла, үпкәләргә, бауырға, бөйөрҙәргә, ашҡаҙан аҫты биҙенә, баш мейеһенә зыян килтерә башлай. Беҙ уны үҙ-ара «берсерка ярһыуы» тип йөрөтәбеҙ: организмдың һаҡланыу реакцияһы үҙен-үҙе үк һәләк итергә мөмкин. Вирус китеүен-китә, әммә ул организмда ҡот осҡос эҙемтәләр ҡалдыра», — тип һөйләй табип.
Мәкерле сир уртаса 14 көн дауам итә.
«Кемдеңдер хәле тәүге 3-4 көндә үк насарая, ә кемдер ике-өс аҙнанан ныҡлап сирләй башлай. Шуға күрә ауырыуҙың тән температураһы өс-дүрт көн дауамында 38-40 градустан төшмәй икән, тиҙ арала дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк», — тип белдерә Рөстәм Ғәбиҙуллин.