Фатир эсенә ингәс, ҡатын өҫ кейемен сисеп, залға үткән.
Пенсионер һыу килтергәндә ҡатын сервант янында торған. Һыуһынын ҡандырғас, ул кейенеп сығып киткән.
Уның китеүенән һуң хужабикәнең ювелир биҙәүестәре юғалғаны асыҡланған (дөйөм хаҡы яҡынса 90 мең һум).
Бурбисәнең фотороботы төшөрөлгән.
Билдәләре: ҡарамаҡҡа 30-35 йәш, ябығыраҡ, буйы 155-160 см. Енәйәт ҡылған мәлдә йәшел курткала, ҡара башлыҡта булған.
Был ҡатынды таныһағыҙ, ҡайҙалығын белһәгеҙ, полицияға хәбәр итегеҙ:
8 347 242-97-17, +7 347 242-13-72 или 02 (102).
Шикле әҙәмдәр тураһында оло йәштәге туғандарығыҙҙы иҫкәртегеҙ: яттарҙы өйгә индермәһендәр!
Фото: РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.