Стәрлетамаҡ ҡалаһында 14 йәшлек Данил Мәүлитҡоловты эҙләү туҡтатылды. Был хаҡта “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отрядының ирекмәндәре хәбәр итә. Иғланда билдәләнеүенсә, бала тере килеш табылған. Ни сәбәпле юғалыуы, ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәт килтерелмәй.