Оперативниктар бурҙы тотҡандар.
Был 23 йәшлек егет - ҡатындың фатирында оҙайлы ваҡыт йәшәп киткән ҡан-ҡәрҙәше.
Уға изгелек ҡылған апайына "рәхмәт йөҙөнән", егет ноутбук менән телевизорҙы урлап, тәүге осраған такси водителенә дүрт мең һумға һатып ебәргән.
Егеткә ҡарата енәйәт эше асылып, суд уға 10 мең һум күләмендә штраф һала. Әммә бур шрафты түләмәй, ҡаса.
Уны федераль эҙләүгә иғлан итәләр. Полиция хеҙмәткәрҙәре егетте Мәскәүҙә эшкә урынлашырға маташҡанында тота.
Әлеге ваҡытта уны Салауат ҡалаһының полиция бүлегенә килтергәндәр.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.