Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика территорияһында боҙлауыҡ һәм томан көтөлә.
Ҡотҡарыусыларҙың һүҙҙәре буйынса, һауа торошоноң боҙолоуы бөгөн 20:00 cәғәттән иртәгә 20:00 сәғәткә тиклем һуҙыласаҡ. Юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡ көтөлә, томан арҡаһында 500 метрҙан ары күренмәүе ихтимал.
Һауа температураһы төнөн -17, көндөҙ -4, -9 градус буласаҡ. Урыны менән ҡар яуыуы ла бар.