Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2020, 08:20

Һуҡырҙар өсөн күп форматлы пособие барлыҡҡа килгән

Ул музыка ҡоралдарына ҡағылышлы.

Пособие тауышлы стикер һәм Брайль шрифты менән рельеф-график комплексынан тора. Мәғлүмәттәр рус һәм башҡорт телдәрендә.

Профессиональ музыканттар башҡорт халыҡ көйҙәрен ҡурайҙа, ҡыл-ҡумыҙ һәм ҡумыҙҙа уйнап, яңғыҙ ҙа, төркөмдә лә башҡарып яҙҙырған.

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминева белдереүенсә, йыйынтыҡтағы аудиостикер, һүрәттәрҙәге маркерҙар бик уңайлы. Бында шулай уҡ 3D-принтерҙа әҙерләнгән ҡорал моделе лә бар. Бәләкәй булһа ла, төҙөлөшөн аңларға мөмкин.

Был күп форматлы пособиены Бәләбәй, Стәрлетамаҡтың махсус китапханаларына, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Туймазы, Күмертауҙағы тифлоүҙәктәргә ебәрәсәктәр. Силәбегә лә айырым комплект әҙерләнгән.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Читайте нас