Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2020, 07:04

Мәктәптә белем алыу менән сағыштырып булмай

Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин дистанцион уҡытыуҙы тәнҡитләне.

Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн, көҙгө каникулдан һуң VI-X кластар өйҙән тороп уҡыуға күсерелгәйне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин дистанцион уҡыуҙың һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
«Уҡытыусыларҙың күпселеге дистанцион уҡытыуға әҙер түгел, был йәһәттән белемдәре юҡ... Ҡайһы берҙәре дәресте үҙҙәре генә һөйләп үткәрә, ә уҡыусының белемде үҙләштереүе тикшерелмәй ҡала. Был бик етди мәсьәлә», – тине министр.
Айбулат Хажиндың һүҙҙәренсә, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың 46 проценты дистанцион уҡыу өсөн тейешенсә уңайлыҡтарға эйә түгел. Унда колледж уҡытыусылары (18,1%), өҫтәмә белем биреү педагогтары (22%) һәм студенттар (1,2%) инә. Шулай уҡ 6,6 мең тирәһе уҡыусының өйҙән тороп уҡыу өсөн мөмкинлеге юҡ. Уҡытыусыларҙың 52 проценты мәғариф платформаһының насар эшләүен эш күләме күпкә артыуын билдәләгән. Педагогтарҙың 88 проценты бындай форматта тәүге тапҡыр белем биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас