Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының быйылғы үҙенсәлектәре, әҙерлек барышына бәйле һорауҙар буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы. Быйыл тәүге тапҡыр матурлыҡ бәйгеһе бөтә ил кимәлендә үткәрелә. Төп таж өсөн Башҡортостан ғына түгел, ә сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә көс һынашасаҡ.
Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының һайлап алыу туры илдең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 биләмәһендә үтте. Кастингта барлығы 200-ҙән ашыу һылыуҡай ҡатнашты. Финалда төп приз («Лада» автомобиле) өсөн 20 ҡыҙ көрәшәсәк. Республикабыҙҙан тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ленинград, Силәбе, Һарытау, Һамар, Ырымбур, Свердлов өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-мансы автомономиялы округы һәм Пермь крайы исеменән ҡатнашыусылар бар.
Бына улар: Шәүра Яхина (Сибай), Дилә Вәлеева (Мәләүез), Юлиә Абайдуллина (Силәбе өлкәһе), Эльвина Әхмәтова (Яңауыл районы), Наҙгөл Ғәлиуллина (Балаҡатай районы), Айгүзәл Исхаҡова (Борай районы), Ләйсән Шөғәйепова (Учалы районы), Зарина Вәлеева (Мәсетле районы), Розалина Ибраһимова (Көйөргәҙе районы), Эльвина Семенова (Бөрйән районы), Аймара Нафиҡова (Силәбе өлкәһе), Гөлсирә Рәхимйәнова (Свердловск өлкәһе), Гүзәл Наҙарғолова (Пермь крайы), Линиза Солтанғужина (Ырымбур өлкәһе), Эльвира Шаһиәхмәтова (Һамар өлкәһе), Лилиә Арыҫланова (Татарстан Республикаһы), Диана Байназарова (Ленинград өлкәһе), Азалия Әмирова (Мәскәү өлкәһе), Алтынгөл Бикташева (Ханты-Манси автономиялы округы), Линара Нурмөхәмәтова (Һарытау өлкәһе).
Гала-концерт 3 декабрҙә Өфөлә үтәсәк.