Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2020, 07:35

Туған телен белмәгәндәргә өлгө!

Америкала йәшәүсе полиглот Андрей Дринфелд башҡорт телендә йырҙар яҙҙырған.

Андрей Украинаның Харьков ҡалаһынан, уға 10 йәш булғанда ғаиләһе менән Америкаға күскәндәр. Бөгөн ул Буффало университетының аспирантураһында белем ала, тел ғилеме буйынса диссертация әҙерләй. Егет башҡорт, урыҫ, инглиз, татар, француз, испан, ғәрәп телдәрендә һөйләшә.
Андрей «Азатлыҡ» радиоһына һөйләүенсә, Өфөлә уларҙың туғандары күп, бала сағында йыш ҡына Башҡортостанға килеп йөрөр булғандар. Ул шул саҡта башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына башлаған. «Башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын айырыуса яраттым. Мәҙәниәтте һәм йырҙарҙы яҡшыраҡ аңлау өсөн башҡорт телен өйрәнәһем килде. Ун йыл самаһы элек был эште башлап ебәрҙем», – ти егет. Андрей телде өйрәнеү өсөн «Башҡорт теле – рәхим итегеҙ» тигән башҡорт теле дәреслеген һатып алған, интернеттан төрлө видеояҙмалар ҡараған. Бөгөн ул Америкала йәшәүсе яҡташтарыбыҙ уҙғарған сараларҙа туған телебеҙҙәге йырҙарҙы йырлай. Башҡорт йырсылары араһында иң яратҡан йырсыларым Ирек Ноғоманов, Марсель Ҡотоев һәм Юнир Ҡоланбаев, тип уртаҡлашҡан Андрей.
Түбәндә Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә Рим Хәсәнов ижад иткән «Ҡышҡы романс» йыры. Ул тиҙ ваҡыт эсендә интернет селтәрҙәренә таралып өлгөргән. «Бәләкәйҙән башҡортса өйрәтмәгәндәр», тип атай-әсәйҙәренә үпкәләп йөрөүсе йәштәргә өлгө был егет, ти интернет ҡулланыусылар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас