Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2020, 17:35

Һоранып аптыраталармы?

Шуны бир, быны бир, тегене эшлә, шуны эшлә... Ялҡыттылармы? Бер генә һүҙҙе әйтергә көс тапһағыҙ...

Һауын һыйыр”ға әйләнмәҫ өсөн, “юҡ”, тип әйтә белергә кәрәк. Мал менән сағыштырыу тупаҫыраҡ, әлбиттә, шулай ҙа, ҡайһы бер кеше гел генә башҡаларҙың ыңғайына тора ла, бынан үҙе зыян күрә.

Шунан, ит изгелек, көт яуызлыҡ, тип аһылдап йөрөй. Бөтә үтенесте лә ыңғай хәл итеп булмай ҙа инде. Әгәр ҙә һеҙ бик бай булһағыҙ, һүҙ юҡ. Тик аҡыллы байҙар тир түгеп тапҡан аҡсаһын да, әҙ генә ваҡытын да башҡаларға сарыф итә һалып бармай.

Эш йәһәтенән дә шулай: кемдер һеҙҙән артығын эшләтергә теләр, быға һеҙҙең көсөгөҙ ҙә, ваҡытығыҙ ҙа юҡ, етмәһә, бурысығыҙ ҙа түгел, ә һеҙ, “юҡ”, ти белмәйһегеҙ. Һөҙөмтәлә нимә? Башығыҙ ҡатҡан, арығанһығыҙ, нервыларығыҙ ҡаҡшаған...

Түбәндәгеләргә иғтибар итегеҙ., ти белгестәр:

Тәүҙә һеҙгә, “әгәр ҡыйын булмаһа...” тиерҙәр. Артабан, ”ауырһынмаһаң”, тигәне лә оҙаҡ көттөрмәҫ. Шунан инде, “алдан рәхмәт әйтәм”, тип ярҙам алырҙарына ышанысын белдереп үк ҡуйырҙар.

Үтенесте үтәй алмаһағыҙ, күңелегеҙ менән теләмәһәгеҙ, “юҡ”, тиергә көс табығыҙ. Яп-ябай: юҡ. Йә иһә (йомшағыраҡ әйтергә теләһәгеҙ: эшләй алмайым, аҡса һораһалар, бирә алмайым, тип өҫтәгеҙ).

Фото: Твиттер.

Читайте нас