Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2020, 07:20

Кәрәкмәгән кейемдәрегеҙ булһа...

Кәрәкмәгән кейемдәрегеҙҙе махсус контейнерҙарға килтереп һалығыҙ!

Һеҙ өйҙә кәрәкмәгән әйберҙәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуяһығыҙ? Ташлайһығыҙмы әллә таныштарығыҙға бирәһегеҙме?
Өфөлә кейем-һалым йыйыу өсөн контейнерҙарҙарға килтереп һалырға мөмкин. Улар
«Башҡортостан» лайфстал үҙәге янында, «Үҙәк» сауҙа үҙәге ҡаршыһында ҡуйылған. Тиҙҙән Һупайлы биҫтәһендә буласаҡ.
Йыйылған кейем-һалымды үҙәк ирекмәндәре бүлеү пунктына килтерә, сорттарға айырып, мохтаждарға тапшыра. Йыртыҡ кейемдәр эшкәртеүгә ебәрелә.
Фото: Т. АМАНОВ.
Читайте нас