Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2020, 17:10

Биатлонист Антон Бабиков та тажзәхмәт менән сирләй башлаған

Коронавирусҡа ыңғай анализ Донъя кубогы башланырҙан өс көн алда килгән.

Өфө биатлонисты Антое Бабиков коронавирус менән сирләй башлаған. Уның анализдары Финляндиялағы донъя кубогы башланырҙан өс көн алда килгән. Шул сәбәпле Рәсәйҙең йыйылма командаһын үҙизоляцияға ебәргәндәр, тип хәбәр итә Биатлонистар союзы.
Бынан тыш ыңғай һөҙөмтәле анализдар табиптар - Роман Лейферҙа, Евгений Шутовта һәм Валерий Лашинда.
Әлеге ваҡытта Финляндия хөкүмәте Рәсәй спортсыларына Донъя кубогында ҡатнашырға мөмкинлек бирергәме-юҡмы икәнлеген хәл итә.
Фото: pixabay.com
Читайте нас