Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2020, 15:56

Белорет егете Роберт Әмиров та киләһе турға үтә алманы...

ТНТ каналында яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева алып барған «ТНТ-ла бейеүҙәр» телевизион шоуы быйыл һуңғы тапҡыр үткәрелә.

Тырыш, ныҡышмал егет «Бейеү» проектында үҙ көсөн өсөнсө тапҡыр һынаны. Тәүгеһендә ул "Топ-50" иҫәбенә инә, артабан, 2018 йылда, команда формалашҡанда төшөп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла егеткә уңыш йылмайманы.
«Сәхнәнән йылмайым сығып киттем. Була торған хәл... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла беҙҙән генә тормай бит. Егор Дружининдың (бәйге жюриһы) фекерҙәрен һәр ваҡыт аңлай торғайным, әммә был юлы аңлап етмәнем», — тип яҙған Роберт социаль селтәрҙәрҙә.
Проекттың жюриһы, остаздарҙың береһе Егор Дружинин һәр этапта Робертҡа «эйе» тип килде, әммә һуңғы сиктә үҙенең командаһына ниңәлер алмаҫҡа булып китте:
«Мин һинең менән күптән таныш һымаҡмын, әйтерһең дә, ғүмерем буйына, — тип башланы үҙенең һүҙен Дружинин. — «Бейеү» проектын уйлаһам, һине лә күҙ алдыма баҫтырам. Һин ҡатнашмаған саҡта ла шулай булды. Ниндәй ниәт менән килгәнеңде лә аңлайым. Һәм башҡалар ҙа шундай уҡ ниәттә. Артислыҡ һәләте ярылып ята һиндә, дөрөҫ йүнәлештә бараһың. Ә проектҡа килгәндә, яҡшыраҡ бейей башланың. Ә үҙ-үҙеңә ышанысҡа килгәндә, унда бер ни ҙә үҙгәрмәгән. Мин һиңә ҡарайым да, һин бейеүҙең эсендә түгелһең, уны башҡараһың ғына. «Эйе» тип әйтергә мине ошо туҡтата».
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас