+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2020, 09:00
Башҡортостан ашамлыҡтары өсөн тауышты әүҙемерәк бирәйек!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандың 26 аҙыҡ-түлеге «Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтары федераль конкурсында ҡатнаша. 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем https://russiantastes.ru сайтында тауыш биреп ҡалығыҙ. Әүҙемерәк булайыҡ, иптәштәр! Ярышта беҙҙән башҡорт балы, ҡымыҙы, ҡорото, талҡаны, бауырһағы, соусы, Иглин балы һәм һуғаны, ҡаҡланған ҡаҙ, хәмерһеҙ бал, страустың ҡаҡланған филеһы, Бөрйән солоҡ балы, Учалы кеүәҫе, Ҡариҙел үләндәре, Башҡортостан экосалаты, «Башҡорт сувениры» перәниге, оҙаҡ һаҡланған сыр, Фёдоровка ҡаҙы, төнәтелгән сәй, «Урал-Батыр» бәлзәме, оҫталар яһаған шоколад, "Башҡортса баллы" сыр, ер еләге, «Красный ключ», «Ҡорғаҙаҡ» һәм «Красноусоль» минераль һыуҙары тәҡдим ителгән.
Ярышты ойоштороусылар илебеҙ халҡын аҙыҡ-түлек брендтарының күп төрлөлөгө менән таныштырыуҙы, улар үҫешһен өсөн саралар ҡабул итеүҙе маҡсат иткән. Был сара Рәсәй фермерҙарына ярҙам итеүгә комплекслы проекттарҙың тәүгеһе булып тора.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"