Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2020, 13:30

Тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлә

“Демография” милли проектына ярашлы Өфөнөң Кузнецов затонында 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Мөғариф учреждениеһы 2021 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана.

“Район йәш, унда йәш ғаиләләр күп, ә кескәйҙәргә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындар етмәй. Был етешһеҙлекте пандемияға бәйле финанс мәсьәләләргә ҡарамай хәл итергә кәрәк”, – тип белдергән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас