Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2020, 19:18

Машинанан тапалған туғыҙ йәшлек баланың ҡанында алкоголь табылған

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быға аңлатма бирҙе.

Быйыл июль айында туғыҙ йәшлек Артур велосипедта йөрөгәндә «УАЗ» машинаһы аҫтына эләгә. Уны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерәләр. Бәхеткә күрә, табиптар малайҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Бөгөн баланың ғүмеренә бер ни ҙә янамай, ул һау-сәләмәт.
Авария булған көндә Артурҙан ҡанға анализ алалар. Тикшеренеүҙәрҙән һуң, туғыҙ йәшлек баланың ҡанында 0,33 грамм күләмендә этил спирты барлығы асыҡлана. Был хәлгә ғалимдар, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре аңлатма бирҙе. «Эксперт еҫкә ҡарап билдәләй. Ул актта яҙырға тейеш: алкоголь еҫе бар йә юҡ. Әгәр шундай хәл килеп сыҡһа, белгес башҡа инстанцияларға шунда уҡ хәбәр итергә бурыслы. Тағы ла шуныһы, йәйгеһен алынған анализдар оҙаҡ ваҡыт һаҡланған, бәлки, ул бысраҡ һауытҡа һалынған булғандыр», – ти Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университетының суд-медицина экспертизаһы кафедраһы етәксеһе Юрий Пиголкин.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, анализдар дөрөҫ эшләнгән. Алкоголь баланың организмына яраһын эшкәрткәндә эләгеүе ихтимал.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас