Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2020, 06:35

Өфөлә «Нефтехимик» ҡунаҡ буласаҡ

Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегенең сираттағы осрашыуында «Нефтехимик» хоккейсыларын ҡабул итә.

Өфөләр әлегә 30 осрашыуҙан һуң, «Автомобилист» менән дүртенсе-бишенсе урындарҙы бүлешә. Тик юлаевсылар уларҙан өс уйынға күберәк уҙғарған. «Нефтехимик» иһә, 18 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында 11-се баҫҡысты биләй.
Кисә ҡайһы бер командалар бәйгелә көс һынашып, ошондай һөҙөмтәгә өлгәште: «Северсталь» - «Витязь» - 2:1, «Динамо» (Минск) – «Локомотив» - 2:1 (ов.т.), «Куньлунь» - «Амур» - 2:4, СКА – «Барыҫ» - 4:3, «Йокерит» - «Динамо» (Мәскәү) – 6:1, «Сочи» - «Спартак» - 3:5.
Фото:ТАСС
Читайте нас