Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2020, 18:10

Өфө халҡы ҡала урамдарында торған антенна өсөн борсола

Интернет селтәрҙәрендә: «Улар вирусты таратыуға булышлыҡ итә, электромагнит тулҡындары кеше һаулығына зыянлы», – тигән хәбәрҙәр таралды.

Мобиль бәйләнеште көсәйтә торған антенналар Шота Руставели урамы, 31, Коммунарҙар урамы, 66/2, Блюхер урамы, 23/1, Тыныслыҡ урамы, 24 адрестары буйынса йорттарҙың янында ҡуйылған була. Өфөлөләр был антенналар өсөн борсолоп, интернет селтәрҙәрендә төрлө ҡурҡыныс хәбәрҙәр таратып өлгөргән. Йәнәһе лә, улар вирусты таратыуҙы көсәйтә, һаулыҡҡа зыяны ҙур... Был мәсьәләгә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Вячеслав Рябов иғтибар иткән һәм республика прокуратураһына тикшерергә ҡушҡан. Тикшереүҙәр уҙғарғандан һуң, закон боҙоу осрағы асыҡланған. Депутат әйтеүенсә, компанияларға антенна ҡуйыу рөхсәтен бындай хоҡуҡҡа эйә булмаған Ҡала дизайны үҙәге биргән.
Әлеге ваҡытта антеннаның өсәүһен кире алғандар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас