Шулай итеп, панедмия башланғандан алып республикала яңы коронавирус менән ауырыусылар һаны 13581 кешегә етте.
Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында COVID-19 менән ауырыусы 393 кеше иҫәпләнә. Шуларҙың 36-һы – ауыр хәлдә, 13 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 1500-ҙән ашыу кеше сиргә ҡаршы өйҙәрендә көрәшә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үлем осрағы һуңғы тәүлектә теркәлмәгән.