«Булгаков дачалары» баҡсасылар ширҡәтендәге ерҙең статусы «ауыл хужалығы культураларын үҫтереү» өсөн тип үҙгәртелеүе ихтимал. Республика прокуратураһында, Өфө районы һәм Булгаков ауылы советы етәкселәре мутлашҡан, тип билдәләйҙәр. Был хаҡта БСТ каналы хәбәрселәре хәбәр итә.
«Булгаков дачалары» 2015 йылда төҙөлә башлай, баш ҡаланан алыҫ булмағанға күрә, ул бик тиҙ үҫешә. Бер-ике йыл эсендә ҡола яланда бер нисә урам ҡалҡып сыға. Тик бөгөн ике йөҙҙән ашыу ер участкаһы хужаһы суд тупһаһын тапарға мәжбүр.
Башҡортостан прокуратураһы тикшереү ваҡытында ҡануниәтте боҙоу осрағын асыҡлаған. Баҡһаң, биш йыл элек ауыл хужалығы эштәренә тәғәйенләнгән биләмә шәхси ҡулдарға эләгә. Сәсеүлек эштәре күптән башҡарылмағанға күрә, ул генераль план буйынса киләсәктә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүгә яраҡлы тип һаналған. Был турала район хакимиәте тарафынан ерҙең хоҡуҡи ҡулланыусыһына ҡала төҙөлөшө регламентынан өҙөмтә бирелә. Быйыл июлдә Өфөнөң Совет районы суды ҡарарына ярашлы, «Булгаков дачалары» комплексындағы ер «ауыл хужалығы культуралары үҫтереү өсөн» генә яраҡлы, тип табыла. Башҡортостандың юғары судына апелляция бирелгән. Әммә әле һаман ҡарар үҙ көсөндә ҡалып килә.
«Законға ярашлы эшләнек, ерҙең тәғәйенләнешен үҙгәртеүҙә бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоу осрағы булманы. Прокуратура тапҡан етешһеҙлектәр менән килешмәйбеҙ. Өфө районында өс йөҙҙән ашыу баҡсасылар ширҡәте иҫәпләнә, уларҙың 99 проценты ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙә урынлашҡан», – ти Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Паличев.
«Булгаков дачалары» буйынса суд процестары артабан да дауам итәсәк. Ер участкалары хужалары апеляция ҡарарын алғандан һуң, Һамарҙағы алтынсы кассация судына ялыу ебәрергә ниәтләй. Барыһы ла киҫкен мәсьәлә ыңғай хәл ителеренә ышана.